Главная | Регистрация | Вход | RSS Понедельник, 17.06.2019, 16:43

.. .

Меню сайта
Категории раздела
Планета Школа [4]
О нас пишут [2]
Мы пишем [3]
Просто статьи [8]
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 264
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Статьи

Главная » Статьи » Просто статьи

«Анализ художественных произведений на уроках башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС»

Курсы повышения квалификации учителей башкирского языка и литературы при ИРО РБ, г.Уфа. Мастер-класс на тему

«Анализ художественных произведений на уроках башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС»

 

Тема һәм проблема

Был әҫәр нимә тураһында? Ул  ни өсөн шулай атала?

Әҫәрҙе уҡығанда (тыңлағанда) һеҙҙә ниндәй һорауҙар (фекерҙәр) тыуҙы?

Был әҫәр беҙҙе нимәгә өйрәтә? Уның төп әхлаҡи фекере нимәлә?

Сюжет

1. Хәл-ваҡиғалар ҡайҙа һәм ҡасан бара?

2. Улар нисек башланып китә? Ваҡиғалар артабан нисек үҫешә?

Хикәйәнең кульминацияһы йәғни хәл-ваҡиғалар барышында көсөргәнеш мәле булып нимә тора?

3. Әҫәрҙе уҡығанда ниндәй ваҡиға нығыраҡ тетрәндерҙе? Ни өсөн?

4. Хикәйәнең сюжетын   ( төп ваҡиғаһын) ҡысҡаса һөйләп бир.

Образдар. Геройҙар. Персонаждар

1. Әҫәрҙә кемдәр ҡатнаша?

2. Геройҙы тасуирлагыҙ.

3 Характерын анализлау

4. Геройҙың холҡо ниндәй ҡыланыштарында яҡшыраҡ асыла?

5. Ул башҡалар хаҡында, уның тураһында башҡалар нимә ти?

6. Ә авторҙың фекере ниндәй?

7. Һеҙ кемдәрҙе ыңғай, кемдәрҙе кире герой тип һанайһығыҙ? Ни өсөн?

8. Ошо йәки башҡа әҫәрҙәрҙәге был персонаждарға оҡшаш геройҙарҙы атағыҙ.        Тәүҙә оҡшаш, һуңынан айырмалы яҡтарын күрһәтегеҙ.

9. Үҙегеҙгә оҡшаған герой тураһында һөйләгеҙ. (... миңә бик оҡшаны.Миңә... бик ҡыҙыҡ тойолдо. Минең хәтерҙә бигерәктә ... ҡалды. Мин ... һоҡландым.)

10. Һеҙ үҙегеҙ ҡайһы яғығыҙ менән геройға оҡшарға(оҡшамаҫка) теләр инегеҙ?

11. Ниндәй мәҡәл, әйтем йә ҡанатлы фраза геройҙың холҡон яҡшыраҡ аса?

12. Әгәр һеҙ рәссам булһағыҙ, яратҡан геройығыҙҙы ниндәй мәлдә һүрәтләр инегеҙ? Уның йөҙ-ҡиәфәте, өҫ-башы ниндәй булыр ине? Тирә-яғына нимәләр эшләрһегеҙ?

13. Геройға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

14. Геройҙың киләсәген нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

Композиция

1. Әҫәр ниндәй бүлектәрҙән тора?

2. Ни өсөн шулай уйлайһығыҙ?

3. Һәр бүлектәге төп хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлағыҙ.

4. Уға ниндәй исем бирергә була?

5. Әҫәрҙә кем йәки нимә ентекле тасуирлана?

6. Ә кем йәки нимә тураһында ҡыҫҡаса бирелгән?

7. Ни өсөн?

Әкиәтте анализлау

1. Әкиәтте уҡыгыҙ.

2. Уның ысынлап та әкиәт булыуын иҫбатлағыҙ.

3. Уның башын һәм аҙағын табығыҙ.

4. Әкиәттә нимә ысынбарлыҡтан алынған, нимә уйҙырма?

5. Әкиәттә нимә ҡыҙыҡһындырҙы: сюжетмы әллә тылсыммы? Әкиәттәге ниндәй тылсымлы нәмәләр тормошта осрай, ә нимәләр юҡ?

6. Әкиәттең ҡайһы мәле иң ҡыҙыҡлыһы?

7. Әкиәттәге ыңғай һәм кире образдарҙы атагыҙ. Уларҙың холҡондағы төп сифаттарҙы һанағыҙ һәм иң мөһим ҡылыҡтары хаҡында һөйләгеҙ.

8. Ҡайһы герой өсөн нығыраҡ борсолаһығыҙ? Герой менән бергә ниндәй хистәр киҫерҙегеҙ.

9. Ниндәй мәҡәлдәр әкиәттең төп уйын белдерә? Уның төп фекере ҡайһы фразала сағыла?

10. Сюжеты, төп фекере һәм геройҙары буйынса оҡшашлыҡ булған башҡа әкиәттәрҙе беләһегеҙме?

11. Әкиәткә тап килгән мәҡәлдәрҙе һайлагыз?

Мәҫәлде анализлау

1. Әҫәрҙе уҡығыҙ. Уны ни өсөн мәҫәл тип уйлайһығыҙ?

2. Мәҫәлдең төп фекерен үҙ һүҙҙәрегеҙ менән һөйләп бирегеҙ.

3. Мәҫәл нисек яҙылған — проза менәнме әллә шиғырмы? Рифмаларҙы табығыҙ.

4. Мәҫәл кешеләге ниндәй етешһеҙлектәрҙән көлә?

5. Ниндәй фраза, әйтемдәр сағыуыраҡ, образлыраҡ, хәтерҙә яҡшыраҡ ҡала?

6. Мәҫәлдәге төп геройҙы ҡылыҡһырлағыҙ.

7. Мәҫәлдең төп фекере нниндәй мәҡәлдәр аса?

8. Мәҫәлдә нимә мәҙәк булып тойолдо, ә нимә өгөт-нәсихәт бирә?

Һүрәтләү саралары буйынса эш – тексты анализлауҙа мөһим бер этап. Уҡытыусы дәрескә әҙерләнгәндә үк һүрәтләү сараларына нализлауға иғтибар бирергә тейеш.

 

Бының өсөн түбәндәге һөйләмдәрҙе ҡулланырға мөмкин:

 

1. Ошо юлдарҙы уҡығыҙ. Автор ни әйтергә теләне икән?

2. Строфала бирелгән һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ. Шағир ни өсөн ул һүҙҙәрҙе ҡулланған?

3. Һеҙ ул һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ?

4. Шағир ҡулланған һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһен аңлатығыҙ.

Мәҫәлән, Ғ. Ибраһимовтың «Йәйге ямғыр» әҫәре буйынса һүрәтләү саралары өҫтөндә эш түбәндәгесә ойошторола.

– Хикәйәлә ямғыр алдынан булған күренеш нисек сағылдырылған?

– Ямғыр алдынан тәбиғәт нисек үҙгәрә?

– Ямғыр яуыу күренеше нисек бирелгән?

– Болоттар нимәгә оҡшатылған? һ.б.

С. Ҡудаштың «Ҡар бөртөктәре» шиғыры буйынса түбәндәге һорауҙар бирергә мөмкин:

Ни өсөн шағир ҡар яуыуын «ынйы яуа», «нур яуа» тип әйткән?

Ни өсөн шағир шиғырҙың бер юлында «бөр кәнә», икенсеһендә «ябына» ҡылымын файҙаланған? һ.б.

Тасуири уҡый һәм һөйләй белеү – уҡыу оҫталығына эйә булыу тигән һүҙ. Тасуири уҡыутиҙ, дөрөҫ, аңлы уҡыу һөҙөмтәһендә генә барлыҡҡа килә, уны уҡыу күнекмәһенең иң юғары баҫҡысы тип тә атайҙар.

Тасуири уҡырға өйрәткәндә тасуири уҡыу саралары һәм интонация компоненттары менән таныштырырға кәрәк. Йәғни уҡыусы дөрөҫ тын алырға(һулыш), һүҙҙәрҙе, өндәрҙе асыҡ итеп әйтергә дикция), тауышты урынлы итеп күтәрә һәм төшөрә белергә тейеш. Шулай уҡ пауза, баҫым, ритм, тембр, тиҙлек хаҡында ла хәбәрҙар булыуы шарт. Тасуири уҡырға өйрәтеү алымдары: хор менән уҡыу, уҡыусыларҙың уҡыуын сағыштырыу, фоно, аудиояҙма ҡулланыу, текстың партитураһын төҙөү, ролләп уҡыу, сәхнәләштереү һ.б.

Уҡыуҙың был төрө буйынса Аслаев Т. Х. үҙенең хеҙмәттәрендә байтаҡ ҡына методик кәңәштәр бирә.

 

Категория: Просто статьи | Добавил: kandry2 (23.05.2019)
Просмотров: 11 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:

Обратная связь

Нажмите F5 или обновите страницу, чтобы обновить вывод баннеров.

Электронный журнал
Форма входа
Поиск
Полезные ссылки
  • Министерство образования РБ
  • Сайт Управления образования Администрации муниципального района Туймазинский район
  • Информация об Обрнадзоре РБ
    Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан (Обрнадзор РБ),
    Начальник Обрнадзора РБ -

    Ганеева
    Альмира Альбертовна

    т.:8(347)251-98-84
    450005, г.Уфа, ул.Цюрупы, 100,102,
    ,
    e-mail: obrnadzorrb@yandex.ru

    Copyright MyCorp © 2019
    Конструктор сайтов - uCoz